Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге ярты йыллыҡ хаҡы буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдә башланды һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729 (аҙнаһына ике тапҡыр), podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).
Баҫма киң мәғлүмәт сараһын шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог буйынса һәм хат ташыусы аша өйгә алдыртырға мөмкин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында почтаға хәл белергә индек. Матбуғатҡа яҙылыу бүлеге белгесе Зилә Солтангәрәева был өлкәлә 15 йылдан ашыу хеҙмәт итә икән.
“Башҡортостан” гәзитен дә яратып уҡыйым, матбуғатҡа яҙылыу осоронда редакциялар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙҙең районда һәр ауыл хакимиәте, китапханалар ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла. Артабан да районда гәзиттең тиражын арттырыр өсөн көс һаласаҡбыҙ”, – тине ул.