Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 14:30

Август аҙағы сюрприз әҙерләй

Бөгөн-иртәгә ямғырҙар яуыуын дауам итәсәк.

Йәйҙең һуңғы айы әле һаман йылы көндәре менән ҡыуандырмай. Аҙна самаһы яуған ямғырҙар бөгөн дә туҡтамай. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 21 августа ямғыр яуа, һауа температураһы төндә 1-11 градус, көндөҙ 19 градус йылы. Төньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел урыны менән көсәйә.
22 августа ла ямғырҙар яуыуын дауам итәсәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан иҫә, көндөҙ көсәйә. Төндә 6-11 градус, көндөҙ 20 градусҡа тиклем йылытасаҡ.
23 августан ямғырҙар яуыуы туҡталасаҡ, һауа температураһы 21 градус күрһәтәсәк.
Ә бына дүшәмбенән һауа торошо бөтөнләй матурланасаҡ. Ямғырҙар яумай. Аҙна уртаһында 25 градусҡа тиклем йылытыр тип көтөлә.
Фото: fotorelax.ru
Читайте нас: