Бөгөн - Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
"Хөрмәтле нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ менән иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ!
Башҡортостан нефть эшкәртеү күләме буйынса лайыҡлы рәүештә алдынғылар рәтенә инә. Хатта ҡатмарлы пандемия осоронда да беҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы ныҡлы үҫеш тиҙлеген, Рәсәй һәм сит илдәр баҙарындағы йоғонтололоғон һәм көнәркәшлек мөмкинлектәрен һаҡлай.
Бөгөн тармаҡ өлөшөнә республиканың инвестиция күләменең яртыһы тиерлек тура килә. Нефть һәм газ комплексы Башҡортостан иҡтисадында мөһим әһәмиәткә эйә, стратегик үҫеш пландарын, мөһим социаль программаларҙы һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә.
Нефтсе һәм газ хеҙмәткәре һөнәрҙәре беҙҙең йәмғиәттә гел абруйлы һәм хөрмәтле буласаҡ. Ветерандарға оло хөрмәтемде белдерәм. Тап һеҙҙең хеҙмәт өлгөгөҙ, юғары һөнәри яуаплылыҡ традицияларығыҙ бөгөнгө хеҙмәтсәндәр быуынын яңы үрҙәргә дәртләндерә.
Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә көндәлек хеҙмәттәре, ҡатмарлы етештереү бурыстарын еренә еткереп үтәй белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем!"