Новости
3 Октябрь 2020, 10:00

Ҡуйыртылған һөттә тәмлекәстәр

Тәүҙә корж эшләйбеҙ. Уның өсөн ҡуйыртылған һөткә аҡ май, шәкәр, йомортҡа, сода, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ...

Бының өсөн бер банка ҡуйыртылған һөт, 200 грамм аҡ май, 80 грамм шәкәр, өс йомортҡа, бер сәй ҡалағы һеркәлә һүндерелгән сода, ике-өс стакан он кәрәк. Ә крем өсөн - 500 грамм ҡаймаҡ, бер стакан шәкәр.
Тәүҙә корж эшләйбеҙ. Уның өсөн ҡуйыртылған һөткә аҡ май, шәкәр, йомортҡа, сода, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа йәйәбеҙ. Шунан форманы майлап, корждарҙы бешереп алабыҙ. Уны түңәрәкләп киҫәбеҙ. Ваҡтарын ҡул менән ыуабыҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Ҡаймаҡ менән шәкәрҙе блендер менән туғыйбыҙ ҙа ваҡланып ыуылған корж киҫәктәрен ҡушып өҫтөнә һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: recipeis.ru
Читайте нас