Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Новости
18 Декабрь 2020, 09:41
Һанаулы көндәр ҡалды!
Һөйөнөслө хәбәр: 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. “Башҡортостан” гәзите – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Әммә шуны онотмағыҙ: матбуғатҡа яҙылыу тиҙҙән тамамлана, өлгөрөп ҡалығыҙ.
Һөйөнөслө хәбәр: 2021 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыуҙың ун көнлөгө 20 декабргә тиклем оҙайтылды. “Башҡортостан” гәзите – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йортоғоҙға килеп һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Әммә шуны онотмағыҙ: матбуғатҡа яҙылыу тиҙҙән тамамлана, өлгөрөп ҡалығыҙ.
Декада ваҡытында П2729 индексы буйынса хаҡ – 1386 һум 24 тин, яҙылыу өсөн һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П2729; П3030 индекслы йома һанының хаҡы – 732 һум 72 тин, һылтанма: podpiska.pochta.ru/press/П3030.
Беҙгә баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәреп, “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ.
Гәзиткә өйҙән сыҡмайынса ла
https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/
һылтанмаһы аша яҙылып, квитанцияның күсермәһен, телефон һандарығыҙҙы күрһәтеп, почта аша йәки электрон адресҡа (
bashgazeta@mail.ru
) ебәрә алаһығыҙ.
Гәзит электрон почтағыҙға килһен тиһәгеҙ,
https://rbsmi.ru/
сайтына инеп яҙылығыҙ. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-62-11, 273-83-92.
Шатлыҡ бүләк итеүегеҙгә мең рәхмәт!
– Приз отоуымды гәзиттән уҡып белдем. Башта ышанмай торҙом. Ҡыҙыма, гәзиткә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк ине, тип әйтеүем булды, яҙылып та ҡуйған, – тип һөйләне сираттағы приз хужаһы Бөрйән районынан Хөснә Исламбаева. Хөснә апай ҡырҡ йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар инде гәзиттән өҙөлмәй. Әле ул ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итә.
– Приз өсөн бик шатмын, конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашыуым. Бүләк бик шәп – Яңы йыл табынына тәмле ҡаҙ булды. “Башҡортостан” гәзитен айырыуса яратып уҡыйым. Киләһе йылдарҙа ла республикабыҙҙың төп гәзитенә яҙыласаҡмын. Барлыҡ коллективҡа сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ижади үрҙәр теләйем!
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"