Нисек кенә булмаһын, Яңы йыл байрамы – һәр кем өсөн көтөп алынған күңелле ғаилә байрамы. Яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы бүләктәр, күстәнәстәр менән ҡыуандырырға, байрамды иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тик эш хаҡын түләүҙе көткән 9 240 хеҙмәткәр байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылар?
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2020 йылдың 1 декабренә республикала эш хаҡы буйынса бурыс 717 миллион һумдан ашҡан. 123 предприятие хеҙмәткәре эш хаҡын түләүҙе көтә. Дөйөм бурыстың 67 проценттан ашыуы бөлгөнлөккә төшкән ойошмаларға тура килә.