Тәбиғәт беҙҙе ҡышҡыса йылы, ап-аҡ ҡарлы көндәр менән ҡыуандырмаҡсы.
Шәмбелә республика биләмәһендә һауа температураһы көндөҙ ҙә, төндә лә -12...-10 градус самаһы тәшкил итәсәк. Ә бына йәкшәмбенән бер аҙ йылыта һәм ҡар яуасаҡ: көндөҙ уртаса -7...-5 градус, төндә -15...-12 градус. Ҡар яуғанда юлдарға һырынтылар һалыуы ихтимал.
Синоптиктар ошондай һауа торошоноң 30 декабргәсә һаҡланыуын күҙаллай. 29-ынан 30-ына ҡараған төндә арыу ғына, йәғни -25...-22 градусҡаса һыуыта. Шулай ҙа 31 декабрь көндөҙ термометр күрһәткесе -10...-8 градустан түбән төшмәйәсәк, ә Яңы йыл төнөндә -15...-12 градус тирәһе буласаҡ.