Көҙгөһөн "Рәхим итегеҙ!" дөйөм Рәсәй журналистар һәм блогерҙар конкурсына старт бирелгәйне. Унда ҡатнашыр өсөн ХранителиРодины.рф сайтында автор булараҡ теркәлеп, үҙеңдең тыуған яғың тураһында хеҙмәт әҙерләп, талаптарға ярашлы урынлаштырырға ла модераторҙарҙан ыңғай яуап көтөргә кәрәк ине. Уларҙың ризалығын алғас, эшеңде конкурс жюрийы иғтибарына тәҡдим итергә була ине.
Бына Яңы йыл байрамы алдынан ойоштороусылар – Рәсәй Журналистар союзы һәм "МОЯ ОКРУГА" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте журналист эштәренә йомғаҡ яһаны. Эксперт советы еңеүселәрҙе билдәләне. Жюри ағзаларының иң күп тауышын Башҡортостан вәкиле – "Башҡортостан" республика ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова йыйҙы. Уның беренсе урынды яулаған "Бындай ағастар донъяла егерме генә дана" тигән эше халыҡта "өлтөк ҡарағас" тип йөрөтөлгән Ҡужан ҡарағастары яҙмышына арналғайны. Улар Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙының тыуған яғы Әбйәлилдә үҫә.
Икенсе урынды – Мурманск өлкәһенән Алина Крендюкова, өсөнсөнө Туланан Марина Козина алды.
Жюри төркөмөн етәкләгән Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев: "Был конкурста ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Уларҙың эштәре Ватанына һәм тыуған төйәгенә һөйөү менән һуғарылғайны. 2021 йылда кешеләргә был уникаль урындарҙы мотлаҡ барып күрергә тәҡдим итәм", – тине.
Ә Rambler-ҙың мөхәррир-директоры Виктор Саксон конкурс йомғаҡтарын шулай баһаланы: “Беҙҙең ғәйәт ҙур илебеҙ ҡорама юрған төҫлө матур һәм күп төрлө. Иң нығы беҙ Бәләкәй тыуған ил тип аталған ҡораманы беләбеҙ һәм яратабыҙ. Уны күберәк белгән һәм шул хаҡта һөйләгән һайын, Рәсәй иленең ҡорамалары нығыраҡ ҡорала бара".
Шулай уҡ конкурс жюрийына ria.ru сайтының "Культура/Стиль жизни/Туризм" бүлеге етәксеһе Анастасия Мельникова, Беренсе канал хәбәрсеһе Антон Верницкий, Журналистар союзы секретарҙары Юлия Заһитова һәм Роман Серебряный инде.
Еңеүселәргә дипломдар, “Рәхим итегеҙ” конкурсы партнерҙарынан ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова журналистикала 25 йыл эшләй. Шуның 18 йылын "Йәншишмә" балалар-үҫмерҙәр гәзитенә арнаған. 2013 йылдан ул – "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.
Хеҙмәттәшебеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!