2021 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу тамамланды. Кемдәр беҙҙең менән ҡалған, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Әммә яҙылыуҙың ике төрө әле дауам итә:
– гәзиттең электрон версияһына (rbsmi.ru аша) – 864 һум;
– редакциянан килеп алыу шарты менән – 786 һум.
8(347) 272-62-61 телефоны аша бәйләнешкә инеп, һорауҙарығыҙҙы асыҡларға мөмкин.
“Аҙна һайын – бүләк” акцияһы дауам итә. Был юлы бүләк – саң һурҙырғыс Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылында йәшәүсе Мәүлекәсов Ислам ағайҙың өлөшөнә төштө. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, тоғро дуҫыбыҙ! Киләһе аҙнала ҡәһүә ҡайнатҡыс уйнатасаҡбыҙ. Ошо көндәрҙә яҙылғандарҙың квитанцияларын көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙе тос бүләктәр көтә!
Зиннур Вәлитдин улы Ишмөхәмәтов Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәй. “Ғаиләбеҙ менән гәзит-журналдар алдырып уҡыйбыҙ. “Квитанциялар отошонда электр дреле оттоғоҙ”, тип һөйөнсө алғастар, ҡыуанып киттем. Гәзитле лә, бүләкле лә булдыҡ.
Редакция хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!”