Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының бер урамы хәҙер Ғәли Соҡорой исемен йөрөтә. Билдәле булыуынса, башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир тап ошо яҡта, атап әйткәндә, Иҫке Соҡор ауылында 195 йыл элек донъяға килгән.
Уның тыуған көнө быйыл киң билдәләнә: бөгөн башланған саралар теҙмәһе ун көн тирәһе дауам итәсәк.
Үрге Тәтешлеләге урамға шәхес исеме бирелеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев фекерҙәре менән бүлеште.
"Күп йылдар дауамында Ғәли Соҡоройҙоң исеме онотолоп тора. Бөгөн дә шәхестең эшмәкәрлеге тейешенсә баһаланып бөтмәгән. Быйыл Ғәли Соҡоройға арналған саралар йыл дауамында барыр тип ышанам", - тине Урал Таһир улы.
Тарихсы Юлдаш Йосопов Ғәли Соҡоройҙо башҡорт мәғрифәтселегенә нигеҙ һалыусы тип атаны. "Бөгөн беҙҙең төп бурысыбыҙ - ошо нигеҙгә ныҡлы "йорт ҡороу", - тине ул.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев Иҫке Соҡор ауылындағы мәсеттә һәм мәҙрәсәлә яңы таҡтаташ асылыуына, Үрге Тәтешле урамына шәхес исеме бирелеүенә шатлығын белдерҙе.
"Ғөмүмән, бөйөк мәғрифәтсенең, әҙәбиәтсенең ижадын өйрәнеү буйынса алда башҡараһы эштәр байтаҡ. Биш йылдан һуң Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға был эштәрҙе бойомға ашырырбыҙ тип уйлайым", - тине Зәки Арыҫлан улы.
Тап бөгөн, ғинуарҙың һигеҙенсе көнө, башҡорт йәмғиәтселегенә арҙаҡлы шәхесте - Ғәли Соҡоройҙо бүләк иткән. Уның исеме быйыл айырыуса ҙурланыуы - шатлыҡлы һәм әһәмиәтле күренеш.
Фото: Тәтешле районы хакимиәте.