Новости
13 Января 2021, 09:00

Байрам менән, ҡәләмдәштәр!

Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы ИСХАҠОВ ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә, төрлө баҫмаларҙа, электрон киң мәғлүмәт сараларында эшләгән журналистар һөнәри байрамы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә.
Иҫтәлекле датаға килгәндә, 1703 йылда тап ошо көндә Рәсәйҙең беренсе гәзите “Ведомости”ның тәүге һаны донъя күргән, уның тәүге мөхәрирре бөйөк Петр I үҙе булған.
Һөнәри байрам айҡанлы Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Ғәйфулла улы ИСХАҠОВ барлыҡ ҡәләмдәштәренә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тәбрикләүҙә шулай тиелә:
“Хөрмәтле хеҙмәттәштәр!

Оҙайлы Яңы йыл ялдары араһында тағы ла бер әһәмиәтле тантана бар – Рәсәй матбуғаты көнө.
Бынан өс быуаттан ашыу элек, Рәсәйҙә “Ведомости” гәзите донъя күреү менән бергә, журналистика Ватаныбыҙҙың йәшәйешенә килеп инә һәм артабан дәүләт, йәмғиәт, һәр кеше өсөн ифрат кәрәкле, әһәмиәтле төшөнсәгә әүерелә.
Был байрам үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән Рәсәйҙең берҙәм мәғлүмәти киңлеген булдырыусыларҙы – журналистарҙы, мөхәррирҙәрҙе, нәшриәтселәрҙе, полиграфистарҙы, матбуғат сараларын таратыусыларҙы берләштерә.
Аныҡ граждандар позицияһы, яңылыҡтарға асыҡлыҡ, хәл-ваҡиғаларға битараф ҡала алмаусанлыҡ, хәҡиҡәткә ынтылыу кеүек сифатттар һәр саҡ беҙҙең һөнәрҙең айырмалы билдәләре булып ҡала.
Йәмғиәтте объектив, төрлө яҡлы һәм оператив мәғлүмәт менән тәьмин итеп, һеҙ бер минутҡа ла үҙегеҙҙең юғары социаль миссияғыҙҙы онотмайһығыҙ: кешеләргә замандың иң киҫкен көнүҙәк һорауҙарына яуап табырға ярҙам итәһегеҙ.
Матбуғат саралары, электрон һәм интернет баҫмалар мәғлүмәт таратып ҡына ҡалмай, улар йәмәғәтселек фекере тыуҙырырға, уны сағылдырырға, аң-белем таратырға, социаль йәһәттән әһәмиәтле программарҙы, проекттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Һеҙҙең иғтибарҙан беҙҙең төбәктәге бер генә мөһим ваҡиға ла, бер генә көнүҙәк проблема ла ситтә ҡалмай.
Журналистар төрлө ракурстарҙан Башҡортостандың йылъяҙмаһын яҙа тип һис арттырыуһыҙ әйтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һеҙ тарихи-мәҙәни мираҫты һәм үҙбилдәләнеште һаҡлауға, Рәсәйҙә республиканың ыңғай абруйын таратыуға ла ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Матбуғат власть менән йәмғиәт араһындағы күпер булып тора.
Рәсәй матбуғаты көнөндә һеҙгә илһам, яңы проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙы, сағыу ижади эштәр теләйем! Һәр саҡ ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыҡһыныусан булығыҙ, абруй ҡаҙанығыҙ!
Ҙур тираждар, юғары рейтингтар, яңы уңыштар теләйем!
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға – бәхет һәм именлек!”
Читайте нас