Новости
22 Ғинуар 2021, 09:00

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада бара

XXXV төбәк-ара олимпиада онлайн рәүештә – интернет селтәрендә үткәрелә. Быйыл уға ете төбәктән 728 уҡыусы саҡырыу алды.

Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV төбәк-ара олимпиада онлайн рәүештә – интернет селтәрендә үткәрелә. Яңы форматта ойоштороу олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һанын арттырырға булышлыҡ итә.
Быйыл 728 уҡыусы саҡырыу алды. Олимпиаданың географияһы киңәйә – ете төбәктән уҡыусылар көс һынаша. Уның һуңғы этабында район, ҡала олимпиадаларында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән уҡыусылар көс һынаша. Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 26 уҡыусы ҡатнашырға теләк белдергән.
Быйылғы олимпиада үҙенең түңәрәк датаһын – 35 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада төбәк-ара статусын алды, телебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белгән, ихтирам иткән көслө уҡыусыларҙы асыҡлау мәктәбенә әүерелде.
2019 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҡыусылар араһында үткәрелгән бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстары исемлегенә инде, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар ҡуйыла.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса XXXV төбәк-ара олимпиадала уҡыусылар өс турҙа үҙҙәренең көсөн һынап ҡараясаҡ. Олимпиаданың яҙма эштәре – "Туған тел донъяһы" порталында, телдән башҡарыласаҡ эштәр Zoom платформаһында ойоштороласаҡ. Еңеүселәрҙең исемдәре 23 ғинуарҙа сәғәт 12-лә YouTube каналындағы "Мир родного языка" төркөмөндә иғлан ителәсәк.
Читайте нас