Новости
23 Ғинуар 2021, 11:30

Яңауылдар ялын файҙалы үткәрә

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы гимназия тәрбиәләнеүселәре өсөн бик файҙалы һәм күңелле саралар менән башланды.

Бөгөн республика мәғариф учреждениеларында Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған төрлө спорт саралары уҙа. Мәҫәлән, Яңауыл ҡалаһының И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияһы иртәндән спорт майҙансығын хәтерләтә.
Беренсе класс уҡыусылары менән уларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында “Бөтә ғаилә менән һаулыҡ артынан” ярышы уҙҙы. Икенсе класс уҡыусылары өсөн спорт залында күңелле старттар ойошторолдо. Өсөнсө класс уҡыусылары хоккей уйнаны, "Күңелле старттар"ҙа көс һынашты. Дүртенсе кластар тышта саф һауала саналарҙа уҙышты, хоккей уйнаны. Бишенсе класс уҡыусылары өсөн дә “Күңелле старттар” уҙғарылды. Алтынсы класс балалары “Ҡышҡы мәрәкәләр” сараһында үҙҙәрен һанып ҡараны.
VII–X класс уҡыусылары иһә был мәлдә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған һөнәри йүнәлеш буйынса сарала ҡатнашты.
Шулай итеп, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы гимназия тәрбиәләнеүселәре өсөн бик файҙалы һәм күңелле саралар менән башланды.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас