Борайҙа бөгөн ҙур байрам - Елдәк ырыуы йыйын туплай. Был иләүгә ҡараған Борай районының үҙенән тыш, ҡорға Саҡмағош, Ҡариҙел, Благовещен, Илеш, Нуриман, Дүртөйлө райондары вәкилдәре йыйылды.
Башҡорт тарихы йылына арналған сара Борай район мәҙәниәт һарайының фойеһына теҙелгән бай күргәҙмә менән башланып китте. Йыйынды ойошторған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар, артабан уларҙы урындағы араларҙың шәжәрәләре менән таныштырҙылар.
Артабан көллө халыҡ тамаша залына йыйылды. Елдәк ырыуының тарихы сәхнәлә тулы бер тамаша булып тергеҙелде. 1206 йылда башланып 14 йыл буйы дауам иткән башҡорт-монгол һуғышы, башҡорт иленең Рәсәй составына ҡушылыуы, елдәктәрҙең Ҡыпсаҡ ырыуынан килеп сығыуы, уларҙың көнитмеше, Бөйөк Ватан һуғышы, ошо яу геройы, сығышы менән Елдәк ырыуынан булған Муса Гәрәев - был тамашаға барыһы ла һыйған.
Артабан йыйынға президиум һайланды, ултырыш башланыр алдынан башҡорт халҡының гимны - "Урал" көйө яңғыраны. Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевтең барыһын да төньяҡ-көнбайыш һөйләшендә сәләмләүе сараға айырыуса йәм өҫтәне.
"Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙарының йыйыны беренсе булып Борай районында үтеүенә шатбыҙ. Донъяның ауыр ваҡыты булһа ла, йыйындың ойошторолоуы бик әһәмиәтле", - тине ул үҙ сығышында.
Президиум ағзаларын, залдағы делегаттарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов та сәләмләне. Ул бөгөнгө сараның ҙур әһәмиәте хаҡында әйтеп үтте, бындай йыйындарҙың тыуған ерҙе, тамырҙарҙы өйрәнеүгә ҙур этәргес булып тороуын билдәләне.
"Башҡорт халҡының үҙ шәжәрәһенә булған ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, милли үҙаңды нығыта. Шәжәрәне өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы шөғөл бит ул. Тамырҙарыңды барлай башлаһаң, мауығып китәһең. Был күренеш бөгөнгө глобалләшеү ваҡытында ла бик әһәмиәтле", - тине ул һәм Борай районына Башҡорт энциклопедияһы китаптарын бүләк итте.
Йыйынға төньяҡ-көнбайыш башҡорто, ошо ерҙә тыуып-үҫкән билдәле сатирик Марсель Сәлим дә килгән ине. Уның шиғыр һөйләүе, үҙенең китаптарын бүләк итеүе залды йәнләндереп ебәрҙе.
Әлеге ваҡытта йыйында ҡатнашҡан Юлдаш Йосопов, Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡамантаев кеүек исемдәре республикаға билдәле тарихсылар доклад менән сығыш яһай, докладтарында Елдәк ырыуының килеп сығышы, уның милли үҙенсәлеге хаҡында һөйләй.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.