Бөгөн Өфөләге 32-се поликлиникала Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эш башланы. Сарала Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Бындай үҙәктәр селтәрен булдырыу - “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында ҡаралған ҙур эштәрҙең береһе. Әле республикала һигеҙ Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй.
32-се поликлиникалағы яңы үҙәктә ике онколог кабинеты, проктолог, гастроэнтеролог, компьютер томографияһы, ультратауыш кабинеттары булдырылған. Бөгөн халыҡты ике онколог ҡабул итә. Поликлиника 140 513 кешене хеҙмәтләндерә. Пациенттарҙы ҡабул итеү ике сменала, иртәнге 8 сәғәттән киске 20 сәғәткә тиклем ойошторола.
Үҙәктә онколог кәңәшен алғандан һуң, диагнозды билдәләү өсөн төрлө тикшеренеүҙәр үткәрелә, рецептар бирелә, льготалы препараттарға заявкалар алына.
- Кәрәк тип табылғанда, Үҙәк мөдире тәүге звено табиптары менән оператив кәңәшмәләр үткәрәсәк. Яман шеш булыуына шик тыуғанда, пациентты тәүге звено табибына ҡабул итеүгә яҙалар, срогы – өс көн. Республика онкология диспансерына ауырыуҙы дауалауға ебәреү өсөн билдәләнгән ваҡыт эсендә бөтә тейешле тикшереүҙәр үткәрелә, - тине Адель Измайлов.
32-се поликлиникала 15 урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар эшләй. Бында химия терапияһы, гормональ дауалау үткәрелә. Үҙәктең асылыуы республика халҡына онкология ярҙамын ойоштороуҙа ҙур аҙым булды. Бөгөн ошондай уҡ үҙәк Салауат ҡалаһында асылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.