Новости
7 Февраль 2021, 10:30

“Бер юлы ике бурысты үтәйәсәкбеҙ”

Төбәк менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт йүнәлешендәге эшенә һәм мөрәжәғәттәр блоктарына килгәндә, хәҙер Башҡортостан дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министрлығы махсус платформа әҙерләй.

“Бөгөн төбәк менән идара итеү үҙәге бинаһы төҙөләсәк майҙанды ентекләп тикшерҙем, - тип хәбәр итә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә. - Эштең нисек барғанын ҡараным. Дөйөм алғанда бөтәһе лә график буйынса бара һәм март айында беҙ уны эшкә ҡушыуҙы планлаштырабыҙ.
Көньяҡ битләүҙәге был төҙөлөш Хөкүмәт Йортонан түбәнерәк Ағиҙел яры буйына барып тоташа. Ваҡытында уны нығытыу буйынса эштәр тейешле кимәлдә үткәрелмәгән, шуға күрә һуңғы осорҙа өҫтән баҫымдың артыуы һөҙөмтәһендә, шулай уҡ ямғырҙар һәм ҡар һыуҙары арҡаһында ул аҫҡа төшә башлаған. Күп тигәндә бер-ике йылдан беҙгә битләүҙе нығытыу буйынса ҙур күләмле эштәргә тотонорға кәрәк булыр ине.
Беҙ алдан эшкә тотонорға ҡарар иттек. Беҙгә бит барыбер Төбәк менән идара итеү үҙәге өсөн бина төҙөргә кәрәк. Ошо ике бурысты бер юлы хәл итеү өсөн объектты төҙөү менән бергә Көньяҡ битләүҙе лә нығытырға кәрәк.
Үҙенең геологик төҙөлөшө һөҙөмтәһендә битләүҙә ваҡ ярыҡтар күп һәм грунттарҙың тоташыуы түбән кимәлдә. Беҙ бында махсус Jet технологияһын ҡулландыҡ.
Битләүҙе нығытыу буйынса эштәр тамамланды. Тыныс хәлдә, ер тетрәнеүһеҙ, был конструкциялар йөҙәр йыл хеҙмәт итәсәк.
Төбәк менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт йүнәлешендәге эшенә һәм мөрәжәғәттәр блоктарына килгәндә, хәҙер Башҡортостан дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министрлығы махсус платформа әҙерләй. Әлегә Үҙәк республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы базаһында эшләй. Уның тәүге этабын 2020 йылдың ноябрендә эшкә ҡуштыҡ. Халыҡ менән аралашыу буйынса эш яҡшы ойошторолған, беҙ ялыуҙарға һәм мөрәжәғәттәргә оператив рәүештә иғтибар итәбеҙ. Башҡортостанда йәшәүселәр Үҙәктең һөҙөмтәлелеген яҙ еткәс, ул тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, баһалай аласаҡ”.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас