Бөгөн “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө “Эрмитаж. Ҡала Советы” торлаҡ комплексының 3-сө секцияһы өлөшсөләренә фатир асҡыстарын тапшыра башланы. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков һәм “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмөнөң Башҡортостандағы идарасы партнеры Михаил Фельдман ҡатнашты. Киләһе ике айҙа 269 кеше фатир асҡысы аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, был торлаҡ комплексы төҙөлөшө “Госстрой” компаниялар төркөмө тарафынан 2013 йылдың декабрендә участканы әҙерләүҙән башланғайны. Тәүге йортто һалыуға 2014 йылда тотондолар. Уның тәүге секцияһын 2017 йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү планлаштырылғайны, әммә компания уны 2018 йылда ғына файҙаланыуға тапшырҙы. 2-се һәм 3-сө секциялар төҙөлөшөн тамамлау иһә 2019 йылдың дүртенсе кварталына күсерелде. 220 фатирлыҡ 2-се секция 2019 йылда сафҡа индерелде, ләкин төҙөүсе проектта ҡаралған эште тулыһынса башҡарманы.
– “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө проектҡа былтыр яҙ инде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә проблемалы объект төҙөлөшөн тамамланыҡ. Әйткәндәй, төҙөлөшкә инвестицияны “Баҡса ҡулсаһы” тулыһынса үҙе тапты, – тине Михаил Фельдман.
– Алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеүҙең төрлө юлдары бар. Төп алым – өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау буйынса федераль фонд ярҙамынан файҙаланыу, – тине Рәйеф Әбдрәхимов. – Былтыр фонд менән 6,7 миллиард һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был аҡса киләһе ике йылда проблемалы объекттар төҙөлөшөн тамамлауға йүнәлтелде. Федераль фонд менән эш быйыл да дауам итә. Әле 3,5 миллиард һумға ғариза әҙерләнек.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтеүенсә, әле баш ҡалала проблемалы 42 йорт, йәғни дүрт меңгә яҡын алданған өлөшсө иҫәпләнә.
– Партнерыбыҙ – “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө 2023 йыл аҙағына тиклем 2,5 мең өлөшсөнөң проблемаһын хәл итергә ниәтләй. Һәр өлөшсөгә фатир биреү – беҙҙең өсөн ҙур байрам. Әлеге йорттан 269 кеше оҙаҡ көтөп алған фатирының асҡысын ала. Яҙ девелопер йорттоң тирә-яғын төҙөкләндереү эшенә тотона. Ихатала ер аҫты туҡталҡаһы, уның өҫтөндә балалар майҙансығы буласаҡ. Социаль объекттар ҙа торлаҡ комплексына яҡын урынлашҡан, – тине ул.
Әйткәндәй, “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө, “Эрмитаж. Ҡала Советы” торлаҡ комплексынан тыш, “Ленин урамындағы йорт”, “Ағиҙел”, “Мәскәү” торлаҡ комплекстары төҙөлөшөн ахырына еткереү бурысын үҙ иңенә алды. “Эрмитаж”дың 2-се секцияһы өлөшсөләренә былтыр йәй үк 56 фатир асҡысы тапшырылғайны. Бынан тыш, 2020 йыл аҙағында “Ағиҙел” комплексының А һәм Б секцияларындағы фатир асҡыстарын да тарата башлағайнылар.