Новости
23 Февраль 2021, 11:00

Геройҙарға – гөлләмә

Бөгөн Өфөләге Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантана уҙҙы.

Бөгөн Өфөләге Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән республика етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына арналған, Мәңгелек ут янған һәйкәлгә гөлләмә һалды. Яуҙа ҡалған геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
Радий Хәбиров шулай уҡ Ишембай районы - республика етәксеһе тыуып үҫкән төбәге - геройҙарына бағышланған стела янындағы мемориаль комплексҡа ла сәскә һалды. Бынан тыш, республика етәксеһе "Десантсылар быуындары союзы" арт-объекты проекты менән танышты. Рәсәйҙең Һауа-десант ғәскәрҙәренә бағышланған һәм десантсыларҙың өс быуынын кәүҙәләндергән һәйкәлде быйыл 2 августа Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә Еңеү паркында асырға планлаштыралар.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас