Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына һәм закондарына үҙгәрештәр индеререү тураһындағы тәҡдимдәрҙе әҙерләү буйынса махсус комиссия шөғөлләнә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар Конституцияның яңырған положениеһының хоҡуҡи әйләнеше ингән сираттағы закон проектын ҡараясаҡ.
Республика ҡануниәтендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының халыҡ-ара килешеүҙәр ҡағиҙәләренән өҫтөнлөгө тураһында норма сағылыш табасаҡ.
“2020 йылда йәй уҙғарылған Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙән һуң Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы илебеҙҙең дәүләт суверенитетын нығытыуға һәм граждандарҙың социаль яҡланғанлығын көсәйтеүгә йүнәлтелгән һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер Рәсәй хоҡуғының бөтә системаһы яңыртылған Төп законға яраҡлаштырыла. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре лә шулай уҡ ошо эште алып бара”, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Спикер фекеренсә, Конституцияның халыҡ-ара ойошмалар ҡарарҙарынан өҫтөнлөгө – илебеҙҙең барлыҡ халҡы ҡарары менән ҡабул ителгән Төп закондың мөһим положениеларының береһе.
“Шулай итеп, Рәсәй үҙенең суверенитетын яҡлаясағын, эске эштәргә сит дәүләттәрҙең ҡыҫылыуына юл ҡуймаясағын иғлан итте. Рәсәй, сит ил уҙаҡташтары менән эшлекле хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген күрһәтеп, шул уҡ ваҡытта үҙенең закондарынан һәм граждандарының мәнфәғәтенән сығып эш итеү хоҡуғын яҡларға әҙерлеген күрһәтте”, – тине Константин Толкачев.