Новости
22 Март 2021, 08:45

Эшһеҙҙәрҙең хәле нисек?

Министр белдереүенсә, улар йыл аҙағына тиклем Башҡортостан халҡының мәшғүл өлөшөн пандемияға тиклемге күрһәткестәргәсә еткерергә планлаштыра.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова эшһеҙлекте кәметеү сараларына арналған доклад менән сығыш яһаны.
Министр белдереүенсә, былтырғы йылдың көҙөнән алып хеҙмәт баҙарында хәлдәр яҡшыра башлаған. Пандемия осоронда теркәлгән эшһеҙлек кимәле биш тапҡырға тиерлек артты. Тик шулай булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәт баҙарында бик күп ҡыҫҡартыуҙар һәм ҡыуылыуҙар, баҙарҙың ҡолауы булманы.
– Былтырғы йылдың көҙөнән алып хәлдәр даими рәүештә яҡшыра башланы. Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу буйынса эшһеҙҙәр һаны 19 меңгә кәмене – 127 меңдән 108 меңгә тиклем, ә теркәлгән эшһеҙҙәр 47,5 мең кешегә – 129 меңдән 81,5 меңгәсә. Бында ыңғай ролде иҡтисадтың нормаға ҡайтыуы, ярҙам пакеттары ҡабул ителеү һәм мәшғүллек хеҙмәттәренең аныҡ эштәре уйнаны, – тине Ленара Хәким ҡыҙы.
Әлбиттә, был йәһәттән алда эштәр күп. Министр белдереүенсә, улар йыл аҙағына тиклем Башҡортостан халҡының мәшғүл өлөшөн пандемияға тиклемге күрһәткестәргәсә еткерергә планлаштыра. Был 1,812 миллиондан да кәм түгел. Ә эшһеҙҙәр һаны Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса 83,8 мең кешенән ашыу булмаҫҡа тейеш.
Башстаттың яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса, 2020 йылда уртаса мәшғүлдәр һаны 1,789 миллион кеше булған. Халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса, эшһеҙҙәр – 112 мең кеше тәшкил иткән.
Ленара Иванова белдереүенсә, быйыл федераль бюджет аҡсаһы ярҙамында хеҙмәт баҙарында өҫтәмә ярҙам саралары тормошҡа ашырыласаҡ. Уның күҙалланған максималь күләме – 674,5 миллион һум булыр тип көтөлә. Был аҡсаның 487 миллион һумын эш биреүселәргә 8,5 мең эшһеҙ кешене эшкә алһындар өсөн субсидиялауға йүнәлтеләсәк (бер кешегә 57,5 мең һум иҫәбе менән).
Тағы 187 миллион һум аҡса өс мең хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытыуға тотоноласаҡ. Был предприятиеларҙа эшләгән кешеләр ҡыуылыу хәүефе алдында тора (бында бер кешегә 59,6 мең ум аҡса иҫәбе менән).
Читайте нас