Өфөнөң 18-се поликлиникаһында эшләгән йәш табип Азамат Ғиззәтуллин Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – “Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланды.
Былтыр июль айында Ҡариҙел районында Павловка һыуһаҡлағысында ял иткән ғаилә бәләгә тарый. Ваня атаһы менән кәмәлә йөҙгәндә ҙур тиҙлектә икенсе кәмә килеп бәрелә. Ғәйепленең эскән булыуы асыҡланған.
Был хәлгә шаһит Азамат шунда уҡ ярҙамға ташлана. Күп йәрәхәттәр алған баланы һыуҙан алып сыға. Ваняға ҡатмарлы операция яһалыуы, аҙаҡ оҙайлы реабилитация үтеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Русскихтар ғаиләһе үҙҙәренең ҡотҡарыусыһын социаль селтәрҙәр аша эҙләй башлай. Батыр егетте табып, уның менән танышалар. Азамат дауаханала ятҡан кескәй дуҫының хәлен белешеп тора.
Ғаилә Рәсәй Президентына балаларын фажиғәнән йолоп алып ҡалған егетте бүләкләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Тик Азамат ҡына үҙенең был аҙымын батырлыҡ тип иҫәпләмәй, беҙҙең егеттәр бына шулай тыйнаҡ, баҫалҡы инде!
Азамат Ғиззәтуллин, награда менән бүләкләнгәндән һуң, тағы ла эшенә йүгерҙе. Ҡыйыу табипты пациенттары көтә...