Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 17:05

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашты

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте йыл да төрлө акцияларға ҡушыла. Бына быйыл да акционерҙар йәмғиәтенең төрлө өлкәләрҙәге филиалдары “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашты.
Идара итеү аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм Черкассы нефть үткәргестәр идаралығы Өфө районы Чесноковка ҡасабаһында урынлашҡан Вознесенский сиркәүе янына 70-тән ашыу ҡарағай үҫентеләрен ултырттылар. Туймазы нефть идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә был акцияға дәррәү ҡушылды. Улар Туймазы һыуһаҡлағысы ярына- Туймазы фронтовиктары иҫтәлегенә барыһы 6 мең ағас ултыртты.
Шулай уҡ был акцияла Арлан нефть идаралығының йәш белгестәре Иҫке Ҡалтасы ауылының ветерандар обелискыһына иҫтәлек ағастары- алмағас үҫентеләрен ултыртыуҙы республика йәмәғәт хәрәкәте бүлексәләре ирекмәндәре менән берлектә ойошторҙо.
“Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы ҡушылыуҙар тағы ла май баштарында дауам итәсәк. Өфө районының Черкассы ауылы паркында аллея булдырыуҙа аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсус идаралыҡтың хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, был паркта үткән йылда ғына “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте ярҙамы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылары , Советтар Союзы геройҙары - Косолапов Ф.М, Кулаков П.А. һәм Дан орденының тулы кавалеры Едренкин М.А. арналған бюсттар ҡуйылды.
"Хәтер баҡсаһы" акцияһының маҡсаты – Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион ватандаштарыбыҙ хѳрмәтенә 27 миллион тѳп ағас ултыртыу.
Әйҙәгеҙ,һеҙ ҙә беҙҙең кеүек был акцияла ҡатнашығыҙ, күмәкләп ағас ултыртыу-изге эш!
Читайте нас: