Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2021, 15:11

Гәзиткә яҙылыу дауам итә!

1 апрелдән 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Ул, ғәҙәттәгесә, 30 июнгә тиклем барасаҡ.

1 апрелдән 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Ул, ғәҙәттәгесә, 30 июнгә тиклем барасаҡ.


Ә инде “Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтан­малар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729, podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).


Хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1468 һум 8 тин;

П3030 индексы (йома гәзите) – 802 һум 80 тин.


Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 864 һум.
Өфө ҡалаһында йәшә­гәндәр “Өфө-матбуғат” киоскыларында арза­ныраҡ хаҡҡа яҙыла ала. Ярты йылға – 1248 һум.
“Башҡортостан” гәзите – тоғро ду­ҫы­ғыҙ, кәңәшсегеҙ – йыл аҙағына тиклем йор­тоғоҙға килеп торһон, тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтә­ләр. Баҫмабыҙға яҙылы­уы­ғыҙҙы раҫлаған квитанция­ғыҙҙың күсермә­һен редакция адресына ебәрһәгеҙ, июль айында отошта ҡатнашырһығыҙ, тос бүләктәр һеҙҙе көтә!


Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: