Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 15:29

Бүләккә – һарыҡ!

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Яратҡан гәзит-журналдарын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырған кешеләр ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Яратҡан гәзит-журналдарын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырған кешеләр ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.
“Башҡортостан” гәзите ошо йәһәттән үҙенең уҡыусылары араһында төрлө дәртләндереү саралары күрә. “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнашыу өсөн баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрегеҙ, редакция тарафынан әҙерләнгән тос бүләктәрҙе – көнкүреш электр тауарҙарын отоу мөмкинлеге бар. Ә инде иң ҙур бүләк – Ейәнсура районының “Маяҡ” йәмғиәтенән һарыҡ.
“Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була: podpiska.pochta.ru/press/П2729, podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).
Шулай уҡ баҫмаға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар. Тик был осраҡта гәзитте килеп алырға тура киләсәк.
Хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1468 һум 8 тин;
П3030 индексы (йома гәзите) – 802 һум 80 тин.
Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 864 һум.
Өфө ҡалаһында йәшәгәндәр “Өфө-матбуғат” киоскыларында арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала. Ярты йылға – 1248 һум.
Квитанцияларҙы 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 509-сы бүлмә адресы буйынса йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.


Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: