Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2021, 10:00

Бына кемдән өлгө алырға!

Тыл ветераны Шәһиҙә Кәбирова 104-се тыуған көнөн ҡаршылай...

Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәгән Шәһиҙә Кәбирова 104-се тыуған көнөн ҡаршылай. Яҙмышы ябайҙан булмаһа ла, тыл ветераны бөгөн дә бик теремек һәм әүҙем. Өләсәйҙең 29 бүләһе, 25 тыуаһы бар!
Уның тормош иптәше фашистарға ҡаршы көрәшкәндә, Шәһиҙә Нурияздан ҡыҙы еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда ең һыҙғанып эшләй. Үткән йылдың декабренә тиклем бер үҙе донъя көтә, сәләмәтлеге ҡаҡшағас, улы уға ярҙамға килгән.
Уның тормош юлы күптәргә фәһем булырлыҡ. Йәш ярымлыҡ ҡына көйө етем ҡалғас, өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. 15 йәштә кейәүгә бирәләр. Ире фронтҡа киткәс, бер үҙе өс бала менән тороп ҡала. Өҫтәүенә 24 йәшлек ҡатынға ауырыу ҡәйнәһе тураһында хәстәрлек күрергә тура килә. Аслыҡ йылында ғаиләне кәзәләре үлемдән ҡотҡара, өйҙә һәр саҡ һөт була. Шәһиҙә тәүҙә фермала эшләй, аҙаҡ тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Көнөнә ғаиләгә ни бары 400 грамм икмәк бирелә. Төндәрен ҡатын-ҡыҙҙар менән ултырып, һалдаттарға ойоҡбаш, бейәләй бәйләйҙәр.
”Өләсәйебеҙ ҡартатайым һуғышта булғанда, зарланып, ҡул ҡаушырып ултырмаған. Һуңғы һыйырын һатып булһа ла, йортон төҙөп бөтөргән. Ҡартатайыбыҙ фронттан ҡайтып төшкәндә, йорто әҙер булған,”- ти ейәнсәре Дания Исламова.
“Өләсәйебеҙ туғыҙ бала үҫтергән, хәҙер уның 73 ейәне, бүлә һәм тыуаһы бар. Илле йәшендә тол ҡала. Бөтә ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә бирә. Өләсәйем минең өсөн яҡшы өлгө,” - тип ғорурлана бүләсәре Алина.
Йөҙйәшәрҙең оҙаҡ йәшәү серен яҡындары уның киң күңеллелегендә, кешеләрҙе яратыуында күрә.
Фото:BashNews.
Читайте нас: