Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май , 23:30

Бүләккә – һарыҡ!

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Яратҡан гәзит-журналын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырған кешеләр ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Яратҡан гәзит-журналын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырған кешеләр ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.


“Башҡортостан” гәзите ошо йә­һәттән үҙенең уҡыусылары араһында төрлө дәрт­лән­де­реү саралары күрә. “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡат­нашыу өсөн баҫма­быҙға яҙылыу тура­һындағы квитанция­ларығыҙҙың күсермә­һен ебәрегеҙ, редакция тарафынан әҙерләнгән тос бүләктәрҙе – көнкүреш электр тауарҙарын отоу мөмкинлеге бар. Ә инде иң ҙур бүләк – Ейәнсура районының “Маяҡ” йәмғиәтенән һарыҡ.


“Башҡортостан” гәзитенә интернет аша түбәндәге һылтанмалар аша еңел яҙылырға була: www.podpiska.pochta.ru/press/П2729, podpiska.pochta.ru/press/П3030 (йома һаны).


Шулай уҡ баҫмаға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар. Тик был осраҡта гәзитте килеп алырға кәрәк була.


Хаҡтар түбәндәгесә:

П2729 индексы (аҙнаһына ике тапҡыр сыға) – 1468 һум 8 тин;

П3030 индексы (йома гәзите) – 802 һум 80 тин.


Гәзитебеҙҙең электрон төрөнә rbsmi.ru сайтына инеп яҙыла алаһығыҙ. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 864 һум.


Өфө ҡалаһында йәшәгәндәр “Өфө-матбуғат” киосктарында арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла ала. Ярты йылға – 1248 һум.


Квитанцияларҙы 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 509-сы бүлмә адресы буйынса йәки bashgazeta@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.


Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!