Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2021, 22:16

Бүләк отҡоң килһә...

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Күптәр яратҡан гәзит-журналдарын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырыу ғына түгел, уҡыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.

Республикала 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы ҡыҙа бара. Күптәр яратҡан гәзит-журналдарын июлдән декабргә тиклем өйөнә алдырыу ғына түгел, уҡыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр отошонда ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә.


Район һәм республика баҫ­маларына яҙылып, ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед һәм телевизор кеүек бүләктәр отошонда нисек ҡатнашырға һуң? Бының өсөн почта бүлексәһендә яратҡан баҫмаларыңа яҙылыу шарт.
“Республика Башкортостан” нәшриәт йорто rbsmi.ru сайтындағы матбуғатҡа онлайн яҙылыу хеҙмә­тен файҙаланып, өйҙән дә сығып тормайынса, бер нисә минут эсендә баҫмаға йылдам һәм уңайлы яҙылыу алымын тәҡдим итә.
Бының өсөн “Матбуғатҡа яҙы­лыу” https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә гәзит йәки журналдың баҫма, шулай уҡ электрон версияһын һайларға һәм яҙылырға кәрәк. Баҫма матбуғат һеҙ күрһәткән почта адресына, ә электрон версияһы электрон йәшниккә килә.
Шулай уҡ баҫмаларға редакцияла яҙылыу мөмкинлеге бар, тик был осраҡта матбуғатты килеп алырға тура киләсәк.
Матбуғатҡа нисек яҙылһағыҙ ҙа, 2021 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға квитанцияларҙың күсер­мәһен “Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ебәрергә була. Был баҫма­ларҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska бүлегенән һайлау шарт.
Квитанцияларҙы 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Республика Башкорт­остан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онот­мағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә.
Бүләктәр 23 июлдә Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһының иртәнге тура эфирында уйнатыла.
Әйткәндәй, ошо уҡ квитанция менән республика, район, ҡала гәзит, журналдары редакциялары ойошторған конкурстарҙа ла ҡатнашырға була. Улар ҙа отошта ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Был турала ентекле мәғлүмәтте редакцияларҙан алырға мөмкин.


Реклама
Читайте нас: