Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 17:45

Һарыҡты кем отор?

Был аҙнала электр сәйнүге менән фен уйнатылды. Гәзиткә ун көнлөктә яҙылып өлгөрһәгеҙ, һеҙ ҙә бүләк оторһоғоҙ.

2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара. Гәзитегеҙ – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр. Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, редакция иғлан иткән “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ: электр сәйнүктәре, тормош-көнкүреш тауарҙары. Иң төп бүләк – һарыҡ!
Конкурстың шарттары ябай: гәзиткә яҙылып, квитанцияның күсермәһен һәм телефон һанын күрһәтеп, беҙгә почта, WhatsApp ҡушымтаһы аша (89177901571), электрон адресҡа ([email protected]) ебәрегеҙ.
Был аҙнала “Аҙна һайын – бүләк” акцияһы еңеүселәре:
Дәүләкән районының Соколовка ауылында йәшәүсе Ф. Килдияроваға – электр сәйнүге.
Икенсе бүләкте – фенды Учалы районының Ишмәкәй ауылынан Рәшиҙә Фазлетдинова отто.
Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы һаналған “Башҡортостан” гәзитен улар йыл да алдыра. Уларға айырыуса сәләмәтлек темаһы, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, төрлө яҙмыштар тураһындағы материалдар, хикәйәләр оҡшай икән.
Һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бүләкте алыр өсөн 8(347) 272-62-61 телефонына шылтыратығыҙ.
Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: