Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь , 13:25

«Транснефть-Урал”акционерҙар йәмғиәте эшселәр һөнәренең иң яҡшы вәкилдәрен билдәләне

Акционерҙар йәмғиәтендә ошо көндәрҙә һөнәри оҫталыҡ буйынса “һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип аталған корпоратив конкурс уҙғарылды. Ойошма филиалдарындағы һайлап алыу турында 75 ҡатнашыусының яҡшы билдәләргә өлгәшеүе, конкурстың үҙендә юғары конкурентлылыҡ булыуына ишара ине.
Конкурс программаһы теоретик һәм практик өлөштән торҙо. Был һәр хеҙмәткәрҙең һөнәри эшмәкәрлегендә тыуған төрлө ойошма бурыстарының әҙерлеген дөрөҫ баһалауҙы ,хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендәге белем кимәлен,сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген,тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен дә үҙ эсенә ала.
Һөнәре буйынса иң яҡшыһы исеме өсөн түбәндәге һөнәр вәкилдәре көрәште:
торба үткәргесен һалыусылар һәм нефть ҡыуыусы станцияһа операторҙары,иретеп йәбештереүсе,электромонтер, технологик ҡоролмалар ремонтлау буйынса слесарҙәр,электромеханиктар,тауар операторҙары (нефть тауарҙары буйынса), химик анализ лаборанттары( нефть буйынса),йөк автомобиле водителдәре һәм һаҡсылар. Әлбиттә, кешенең күп булыуына бәйле, коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу саралары ла ҡулланылды.
Конкурсты Транснефть-Уралдың ике филиалында үткәрҙеләр- Черкассы нефть үткәргестәр идаралығы һәм Магистраль нефть үткәргестәрҙә авария иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идаралығында.
2019 йылдан алып филиалдарҙың иң яҡшы эшселәрен бүләкләү йолаһына әйләнгән эштең дауамы булып еңеүселәргә һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы ла ойошторолдо.Был юлы махсус кубок Силәбе нефть идаралығына тапшырылды.Улар биш номинацияла ла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән.
2001 йылдан алып үткәрелеп килгән был конкурстың маҡсаты- бер-береһенең тәжрибәләре менән бүлешеү, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә булышлыҡ итеү булып тора.
Ҡатнашыусылар составы ла йыл һайын яңыртылып торһа ла, үткән йылдарҙағы еңеүселәрҙең дә актив ҡатнашыуы ҡыуандырмай ҡалмай.
Еңеүселәр август айында “Транснефть-Себер” акционерҙар йәмғиәте базаһында ойошторолған «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсының финалында Төмән ҡалаһында ҡатнашасаҡ.