Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь , 12:05

«Транснефть – Урал» йәмғиәте янғындарҙан ышаныслы һаҡ тәьмин итә

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда һәм үҙе эшләгән башҡа төбәктәрҙә производство объекттарын янғын хәүефенән ышаныслы һаҡлау сараларын тормошҡа ашырҙы.
Ҙур үткәргес торбалар селтәре менән эш итеүсе был предприятиеның хеҙмәткәрҙәре, урман ситтәре буйлатып һәм 41 производство объектын (нефть һәм нефть продукттары ташыу станциялары) уратып, 940 км оҙонлоғондағы минераль һыҙаттар ҡорҙо, магистраль үткәргес торбалар буйындағы 3 меңләп минераль һыҙатты яңыртты. Үткәргес торбалар эргәһендәге 3 мең километр, юғары вольтлы линиялар эргәһендәге 57 километр араны ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙарттылар.
«Транснефть – Урал» йәмғиәтенең бөтә объекттарында ла хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында айырым янғынға ҡаршы режим индерелгән, урман янғындарын һүндереү төркөмдәре төҙөлгән, уларҙың персоналы махсус уҡыу курстарында әҙерлек үткән. Янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән 2,8 меңдән ашыу һыу сығанағы, шулай уҡ магистраль үткәргес торбалар аша сыға торған үткәүелдәр тикшерелгән.
«Транснефть – Урал» йәмғиәте нефть үткәргес комплексы объекттары урынлашҡан райондарҙа янғын һағы ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Магистраль үткәргес торбаларҙың һаҡ зоналарында усаҡ яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, ҡоро үләнде яндырыу тыйыла. Янғын башлана ҡалһа, кисекмәҫтән 112 йә 101 телефондарына хәбәр итергә кәрәк.