Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2022, 22:15

Ышанмағыҙ, был - ялған!

Рәсәйҙәге сит ил компанияларының ябылыуы һөҙөмтәһендә беҙгә эшһеҙлек янаймы?

Социаль селтәрҙәрҙә һәм ҡайһы бер телеграм-каналдарҙа яҙыуҙарынса, Рәсәйҙәге сит ил компанияларының ябылыуы һөҙөмтәһендә беҙгә эшһеҙлек янай. Был хаҡтағы хәбәрҙәр менән бөтә интернет тулды.

Ысынында иһә ил Хөкүмәте сит ил компанияларының баҙарҙан китеүенә бәйле эшһеҙ ҡалғандарға ярҙам итеү өсөн саралар күрә.

Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов, бөгөнгә бер нисә дәүләттең Рәсәйгә ҡарата санкциялары сәйәсәте фонында сит илдәге партнерҙар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү варианттары бар, тип билдәләне.

Рәсәй Хөкүмәте һәр ваҡыт сит ил бизнесы менән конструктив диалог алып барҙы, йөкләмәләр теүәл үтәлде. Күп йылдар дауамында сит илдәр менән берлектәге предприятиеларға беҙҙең биләмәлә локалләштереүҙе тәрәнәйтеү, яңы эш урындары булдырыу буйынса бурыстарҙы үтәү иҫәбенә дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелде.

Был саралар Рәсәй Федерацияһында етештереүгә, эшлекле әүҙемлеккә булышлыҡ ҡылырға, мәшғүллекте һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ бөтә предприятиеларҙың эшмәкәрлеген тиҙерәк тергеҙергә ярҙам итәсәк. 
Илдә, донъяла барған ваҡиғалар тураһында объектив мәғлүмәт: http://войнасфейками.рф/

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Фото: "Башинформ".

Читайте нас: