Республикаға идара итеү үҙәге тағы бер проблеманы күтәрә: торлаҡ кварталдарындағы төҙөлөш сүп-сары.
Бөгөн оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был проблеманы системалы хәл итергә саҡырҙы.
Республикаға идара итеү үҙәге лә был мәсәьәләне яйға һалыуға ҡушыла һәм үҙ сиратында хәлде яҡтыртып барырға вәғәҙә итә.
Һандарға килгәндә, 2022 мартында "Инцидент-менеджмент" системаһына ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәттәр былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ булған: 104–кә ҡаршы 123.
Гүзәлиә Балтабаева.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.