Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итеүенсә, юл мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр бер нисә аҙна буйы өҫтөнлөк итә. Был хаҡта бөгөн оперативкала хәбәр ителде.
Ҡар ирей, ә соҡорҙар арта, улар менән бергә етди проблемалар ҙа күбәйә. Һандарға килгәндә, үткән аҙнала "Инцидент-менеджмент" системаһында ошо темаға халыҡтан 755 мөрәжәғәт теркәлгән. Уларҙың бәғзеләрен ҡыҫҡа ваҡытта хәл итергә була, ә ҡайһыларын яйға һалыу өсөн бер-ике йыл кәрәк. Улар һәр саҡ Республикаға идара итеү үҙәге контролендә буласаҡ.
Бер миҫал. 2020 йылда Илеш районының Туҡай-Тамаҡ ауылы халҡы иҫке күперҙе ремонтлауҙы һораған. Уның буйынса ауыр йөк машиналары үткән, күперҙең теләһә ҡайһы ваҡытта емерелеп төшөүе ихтимал булған.
Мөрәжәғәт "Инцидент-менеджмент" системаһына эләгеү менән күпергә тейешле иғтибар бирелгән. Проблеманы хәл итеүгә ике йыл самаһы ваҡыт киткән, 2022 йылдың мартында Илеш районы хакимиәте төҙөкләндереү эштәре тамамланыу хаҡында хәбәр иткән.
Унан тыш, Хөкүмәттәге оперативкала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушевҡа юлдағы соҡор ремонтын тиҙләтергә ҡушты.
5 апрелдән юлсылар эҫе асфальт-бетон ҡатнашма менән эш башларға йыйына. Юл эштәре Республикаға идара итеү үҙәге аша контролдә тотоласаҡ. Киләһе аҙнала иһә һыу баҫыу мәсьәләһенең төп проблемаға әйләнеүе ихтимал.
Гүзәлиә Балтабаева.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.