— «Төҙөлөш өсөн ер» Росрестр сервисы ярҙамында Кадастр картаһында (pkk.rosreestr.ru) төҙөүселәрҙең дә, инвесторҙарҙың да, фатир йәки шәхси йорт төҙөргә теләгән физик шәхестәрҙең дә аныҡ бурыстары хәл ителә. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә оҡшаған участканы республика территорияһында ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәгендә лә һайларға, шунда уҡ вәкәләтле органға — Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин, — тине «Росреестр»ҙың БР буйынса идаралағы етәксеһе Петр Клец.
Ул шулай уҡ 2022 йылдың ноябрь уртаһына республика проект сиктәрендә билдәләнгән ер участкалары майҙанын һәм территориялар, 2022 йылдың 1 ғинуарында булған күрһәткес менән сағыштырғанда, ике тапҡырға арттырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— "Төҙөлөш өсөн ер" хеҙмәте 2020 йылдан алып "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул төҙөүселәргә йорттар төҙөү өсөн участкалар һайларға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә урындағы власть органдарына ер менән һөҙөмтәле идара итергә һәм төҙөлөш күләмен арттырырға һәм төбәк инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырырға һәм халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен тәьмин итергә ярҙам итә, — тип аңлатты Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.