Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2023, 19:00

Күрше өлкәлә ҡар яуған

 Ә беҙҙә киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Күрше өлкәлә ҡар яуған
Күрше өлкәлә ҡар яуған

Башҡортостан халҡы ең һыҙғанып картуф ултыртып, башҡа баҡса эштәре менән кинәнгәндә, Сведловск өлкәһендә урыны менән ҡар яуған.

Ҡар өлкәнең Карпинск, Серов һәм Краснотурьинск ҡалаларында яуған. Ә бына төбәктең баш ҡалаһы Екатеринбургта, метеорологтар белдереүенсә, ҡар түгел, әлегә ямғыр ҙа көтөлмәй. 

Ә беҙҙә синоптиктар күҙаллауынса, аяҙ көндәрҙе ямғырлы көндәр алмаштырасаҡ. 1 майҙа республиканың төньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә 7-12 градус, көндөҙ 21-26 градус йылы. 

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: