“Төш мәлендә күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡаплап алғас, ниһайәт, ямғыр беҙҙә лә яуырға булды, тип шатланғайныҡ. Көслө күк күкрәп, ялағай уйнап, ҡапыл башланып китте ул. Иң тәүҙә эре борсаҡ яуҙы, шунан һуң бер аҙ көслө ямғыр булды.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә ишек алдын һыу баҫты. Әлегә баҡсалағы үҫентеләрҙең хәлен сығып күргән юҡ: борсаҡ бәреп бөтөрҙөмө икән, бирешмәнеләрме. Нисек булһа ла, ямғырҙың яуыуы яҡшы булып ҡалды, донъялар сафланып, тирә-яҡ йәшелләнеп ҡалды, саң баҫылды”, тип хәбәр итә беҙгә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Әминә Ишморатова.
Фото: Әминә Ишморатова.