- Бөгөн йылы һәм күңелле байрамдарҙың береһе. Әсә булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡ. Әсәйҙәр-ауыр мәлдәрҙә беҙҙең терәк, тормошобоҙҙа яҡты нур. Әсәйебеҙ ярҙамы менән беҙ көслө һәм изге күңелле, маҡсатҡа ынтылыусан һәм сабыр булырға өйрәнәбеҙ. Әсә һөйөүе мәңгелек, беҙ быны һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейешбеҙ.
Әсәй янында үткәргән ваҡыт – беҙгә бирелгән иң ҡиммәтлеһе. Мөмкинлек булһа, уларға ярҙам итегеҙ һәм улар хаҡында ҡайғыртығыҙ. Әсәйҙәребеҙҙе һаҡлаған, ҡәҙерләгән һәм яратҡан һәр көн Әсәй көнө була ала, тип иҫәпләйем. Әсәйем менән көн һайын телефон аша аралашабыҙ. Әммә бөгөн дә ҡотланым, сәскәләр ебәрҙем”, - тип яҙған Максим Забелин һәм барлыҡ әсәйҙәргә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, эштәрендә уңыштар һәм аяҙ күк йөҙө теләне.
Фото: "Бәйләнештә".