Һүҙ яңылыҡтарҙы, атап әйткәндә, ижтимағи-сәйәси көн тәртибен уҡыу үҙенсәлектәре һәм ҡағиҙәләре тураһында барҙы. Мәғлүмәт күләме йыл һайын арта, унда ориентирлашыу ҡатмарлаша бара. Оҫталыҡ дәресе мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн билдәләргә, «ялған яңылыҡтарҙы» һәм Рәсәйгә дуҫ булмаған илдәрҙә әүҙем ҡабул ителгән хәҡиҡәт менән манипуляцияларҙы фашларға мөмкинлек биргән һәр методикаға арналған. Был айырыуса һайлау кампанияһы осоронда актуаль, ул саҡта провокациялар көсәйә генә бара.
Йәштәрҙең дөрөҫлөккә һәм ғәҙеллеккә ихтыяжы бик юғары. Селтәр гигиенаһын һаҡлау - хәҙерге һанлы донъяла бик мөһим күнекмә, ул барған ваҡиғаларҙы объектив баһаларға мөмкинлек бирәсәк», - ти Станислав Шахов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 ғинуарҙа үҙәк һайлау комиссияһы һайлауҙа ҡатнашыу өсөн тәүге кандидаттарҙы, йәғни Леонид Слуцкий һәм Владислав Даванковты теркәне.
Элина Ғатауллина фотоһы.