Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 22:40

Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде

 Благовещен районы хакимиәтендә - яңы етәксе.

Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен районы муниципаль район советы ултырышында ҡатнашты. Совет депутаттары Анна Карабанованы контракт буйынса Благовещен районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү өсөн бер тауыштан тауыш бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципалитеттың элекке башлығы Олег Голов 2023 йылдың октябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайланды, Рәсәй Федерацияһы сенаторы сифатында Федерация Советына күсеүгә бәйле вәкәләттәрен ваҡытынан алда тапшырҙы.

Анна Карабанова 2019 йылдан Благовещен районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестиция эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләне, ә 2023 йылдың октябренән муниципалитет етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Совет ултырышында Радий Хәбиров Олег Головҡа район хакимиәте башлығы вазифаһында башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

 – Олег Евгеньевич бында бик яҡшы эшләне. Минеңсә, тап уның килеүе менән Благовещендың үҙендә һәм Благовещен районында етди ыңғай үҙгәрештәр башлана. Тәү сиратта, әлбиттә, иҡтисад үҫеше менән бәйле. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул муниципалитетта яҡшы эҙ ҡалдырҙы, һәм благовещендар уның хаҡында ихтирам менән һөйләр, тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров. - Беҙгә Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы статусында республика мәнфәғәттәренең көслө лоббисы кәрәк ине. Шуға күрә Олег Евгеньевич Мәскәүгә эшкә күсә. Мин уға Благовещен районында башҡарған эше өсөн рәхмәт белдерәм. Муниципалитеттың яңы башлығын һайлағанда райондың идара итеү командаһында өҙлөкһөҙлөктө һаҡлап ҡалыу мөһим, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Беҙ бында үҙен яҡшы күрһәткән кешене күрергә теләйбеҙ. Анна Николаевнаның билдәле бер тәжрибәһе бар. Ул бизнес-шәриф булараҡ мөһим эш йүнәлешен күҙәтә. Благовещенда эшлекле әүҙемлектең юғары булыуын беләбеҙ, быға йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусы ла булышлыҡ итә. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Благовещен районын артабан үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне.

- Благовещен - республикала эшләп килгән биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе араһында иң яҡшыһы. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы ун моноҡалаһы иҫәбенә инә. Беҙ һеҙҙең менән бергә яҡшы үҫеш темпы тупланыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Благовещен хәҙер инвестицияларҙы йәлеп итеү үҙәге булып тора. Был ваҡытта бер нисә объект төҙөү буйынса эш бара. Иң элек был 100 мең квадрат метр самаһы майҙанлы иң ҙур «ОЗОН» логистик үҙәге. Алдағы 5-10 йыл арауығында ул 1,5-2 мең эш урыны бирәсәк. Ғөмүмән, бында 10-ға яҡын эре предприятие йә модернизация стадияһында. Һәм был бик мөһим күрһәткес. Сөнки яңы заводтар - яңы компетенциялар. Бюджетты, ресурстарҙы тулыландырыу, уларҙы районды үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин.

Республика етәксеһе төп эш йүнәлештәре иҫәбендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын нығытыуҙы, ҡаланың һәм ауылдарҙың тышҡы ҡиәфәтен заманса күренешкә килтереүҙе, юлдарҙы ремонтлауҙы, социаль өлкәне һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙе атаны.

 -Үҙ ваҡытында, һеҙҙә хатта физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла юҡ, тип асыш яһаным. Хәҙер беҙ уны төҙөйбөҙ, финанслау сығанаҡтары аңлашыла, был эште мотлаҡ тамамларбыҙ. Беҙ башҡа объекттарға ла киләсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Ҙур күләмдә капитал һалыуҙы талап иткән мәсьәләләр бар. Мәҫәлән, Төньяҡ биҫтәһендә һыу, юлдар һалыу менән шөғөлләнергә кәрәк. Бында ла әкренләп алға барасаҡбыҙ. Благовещен уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары федераль конкурсында яҡшы ҡатнаша. Бының арҡаһында һеҙҙә уңайлы скверҙар, йәйәү йөрөү зоналары барлыҡҡа килде. Был эште лә дауам итергә кәрәк, шул иҫәптән Потеха йылғаһындағы быуаны төҙөкләндереү буйынса ла.

Радий Хәбиров муниципалитеттың яңы етәксеһенә һәм райондың идара итеү командаһына уңыштар теләне.

- Муниципалитетта етәксе вазифаға кандидаттар һайлағанда минең өсөн ике критерий мөһим. Беренсеһе - кеше профессиональ әҙерлек үтергә тейеш. Һәм икенсеһе - ул изге күңелле һәм кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә итеүе, уларға ихтирам менән ҡарауы. Өҫтәүенә был тәртип баштан түгел, ә йөрәктән барырға тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Һеҙҙең ҡулығыҙға, Анна Николаевна, яраҡлаштырылған механизм тапшырыла. Уны әүҙем үҫтерергә һәм бөтә яҡшы тенденцияларҙы дауам итергә кәрәк. Һеҙгә уңыштар, Благовещенға үҫеш теләйем! - тине ул.

Совет ултырышы аҙағында Анна Карабанова депутаттарға күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Быйыл Благовещен районы оҙайлы перспективала үҫешһен өсөн эште әҙерләнек. Һеҙгә, Радий Фәрит улы, муниципалитетыбыҙға иғтибарығыҙ, эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе һәм ышанысығыҙҙы аҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен. Был минең өсөн ҙур яуаплылыҡ, – тине Анна Карабанова.



 

Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Тағы бер эшлекле гүзәл зат район етәксеһе итеп билдәләнде
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: