Был йәһәттән бихисап йорт алды ихаталары матурланды ла инде. “Кешеләр подъезға сыҡһа, ихатаға сыҡһа, ә был киңлектәр матур булһа, әлбиттә, беҙҙең республика кешеһенең кәйефе күтәренке, күңеле таҙа буласаҡ. Программаны дауам итәбеҙ!” – тигәйне был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбиров. “Башҡорт ихаталары”н ғәмәлдә Стәрлетамаҡ миҫалында ла күреп була. Бында, мәҫәлән, быйыл программа буйынса ике ихатаны төҙөкләндерәләр. Ике объектта ла “Проект-Плюс” ойошмаһы эш алып бара. Әйткәндәй, был ойошма былтыр әлеге программа сиктәрендә ҡалала ихаталарҙы матурлап, абруй ҡаҙанып өлгөрәйне инде.
Ихаталарға килгәндә, әлеге ваҡытта Элеватор, Имай Насири урамдары һәм Октябрь проспектында урынлашҡан унға яҡын йорт алды матурлана. Ике проекттың дөйөм хаҡы – 85 миллион һумдан ашыу!
Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, был проектта ихаталағы юлдарға асфальт түшәү, яңы тротуарҙар булдырыу, туҡталҡа эшләү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыу ҡаралған. Әйткәндәй, майҙансыҡтар махсус хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе япма менән ябыла. Шулай уҡ видеокүҙәтеү, сүп ташлау урындары, ултырып ял итеү урындары булдырыу ҙа ҡаралған. Был программала ҡатнашыу өсөн ҡала хакимиәтенә ғариза биреү генә етмәй, урында йәшәгән кешеләр мотлаҡ үҙҙәре лә финанс өлөш индерергә тейеш.
Әле төҙөкләндереү барған ихаталарҙы сафҡа индереүҙә эштәр тамамланып бара тиерлек. Был ихаталарҙа йәшәүселәр тиҙҙән бәхет кисерер!
Илдар ҒӘРИФУЛЛИН, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары:
– 2018-2024 йылдарҙа “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Стәрлетамаҡта 124 күп ҡатлы йорт ҡараған 57 ихата төҙөкләндерелде, әле лә эштәр дауам итә.
Был программала ҡатнашырға теләүселәр тейешле заявка тултыра, һорауҙар һәм тәҡдимдәр менән Хоҙайбирҙин урамы, 78 адресы менән мөрәжәғәт итә ала.
Был программа ҡаланың ҙур майҙанын тәртипкә килтерергә ярҙам итте. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғыстары ярҙамында ҡалабыҙҙа ихаталар яңы төҫ ала.