Барыһын да һоҡландырған балерина вафат булған.
Кисә Өфөлә 75 йәшлек Флария Парфентьеваның вафат булыуы тураһында хәбәр иттеләр. Хәтерләһәгеҙ, ул олоғайғас икәс, балет менән шөғөлләнә башлауы менән күптәрҙә һоҡланыу уятҡайны.
Ҡыҙы Ларисаның һөйләүенсә, һуңғы көндәрендә әсәһе үлере тураһында алдан белгән. Мәңгелеккә китер алдынан, ул бар яҡындары менән хушлашҡан, хәстәрлектәре өсөн рәхмәт әйткән, үҙенең уларҙы яратыуын әйтеп өлгөргән.
“Был көндәр тормошомдағы иң ҡатмарлы көндәр булды. Мин йәшәү өсөн ныҡ көрәштем”, – тигән ул.
Флария Парфентьева үҙ өлгөһө менән күптәрҙе илһамландырҙы. 72 йәшендә балет менән шөғөлләнә башлап, ул хыялыңды тормошҡа ашырыу бер ваҡытта ла һуң түгеллеген иҫбатланы.
Йәне йәннәттә булһын...
Фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан.