Күптәрҙең яратҡан артисы булғандыр ул...
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Светлана Светличная 85-се йәшендә вафат булған.
Һуңғы айҙарҙа ул дауаханала үпкә һәм бөйөр сире менән интенсив терапияла дауаланған, тип яҙа үҙәк баҫмалар.
Светлана Светличная киноға студент сағында уҡ – 1959 йылда төшә башлай – Михаил Каликтың “Колыбельная” фильмында ҡатнаша. “Бриллиантовая рука”(1968 йыл) - актрисаны киң билдәле иткән фильм. Унда ул Анна Сергеевна ролен башҡара. Хатта унда әйткән ”Не виноватая я, он сам пришел” һүҙбәйләнеше ҡанатлыға әйләнгән.
Тағы ла ул “Семнадцать мгновений весны”, “Место встречи изменить нельзя”, “Богиня: как я полюбила” һәм башҡа билдәле фильмдарҙа уйнай.
Йәне йәннәттә булһын...
Фото: мк.ру