Өфөлә 167П һәм 258П муниципаль-ара маршруттар схемаһы үҙгәрҙе.
Бындай ҡарар күп һанлы һорауҙар менән бәйле һәм халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙең хәүефһеҙлеген һәм сифатын күтәреү өсөн ҡабул ителде.
“Цветы Башкирии” торлаҡ комплексында “Академик Сөләймәнов” туҡталышында ҙур класлы автобустар өсөн боролоу ҡыйын булғанлыҡтан, шулай уҡ халыҡтың үтенесе буйынса, 167-се маршрут хәҙер тура йүнәлештә йөрөй, “Цветы Башкирии”-лағы “Академик Сөләймәнов” туҡталышына инә, ә кире йүнәлештә инмәй. Маршрут Зәки Вәлиди урамы буйлап Телеүҙәккә тиклем рейс яһай һәм Ҡунаҡһарайҙа туҡтай.
258-се маршрутҡа килгәндә, уны “Город Природы” торлаҡ комплексы” туҡталышына тиклем оҙайталар. Был маршрут хәҙер Генерал Кусимов урамына инмәй, унда автобустар өсөн боролош майҙансығы юҡ.
Пассажирҙарҙы иғтибарлы булырға һәм ошо үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алырға саҡырабыҙ. Схема бирелә.
Мәғлүмәт: https://transport.bashkortostan.ru/presscenter/news/688966/