Бөгөн, 21 майҙа, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сәнғәт академияһы президенты Василий Церетели менән осрашты. Улар Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Радий Хәбиров Василий Церетелиҙы абруйлы ижади ойошманың етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм, Башҡортостан файҙалы хеҙмәттәшлеккә асыҡ, тип билдәләне.
– Күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәни йолалары бай. Тарихи күсәгилешлек тә бар. Салауат Юлаев һәйкәле – айырым әһәмиәткә эйә ҡомартҡыбыҙ. Был халыҡтың рухи символы, тип әйтергә мөмкин. Ул беҙҙең гербта ла һынландырылған. Әле монументтың торошо борсолоу тыуҙыра. Был турала күп ҡатмарлы фекер алышыуҙар үтте, һәм йәмәғәтселеккә скульптураға реставрация үткәреү мөһим икәнен аңлата алдыҡ. Техник экспертиза әҙер, яҡын арала эште башларға рөхсәт алырға йыйынабыҙ. Махсус комиссия эш барышын йәмәғәт күҙәтеүенә ала. Беҙгә ярҙам итергә йыйыныуығыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм һеҙҙең реконструкция эшендә әүҙем ҡатнашырығыҙға иҫәп тотабыҙ. Белемегеҙ, тәжрибәгеҙ беҙҙең өсөн ифрат мөһим, – тине республика етәксеһе.
Василий Церетели уға ышаныс белдергән өсөн рәхмәт әйтте һәм Салауат һәйкәлен яңыртыуға Рәсәй сәнғәт академияһының иң яҡшы белгестәре йәлеп ителерен белдерҙе.
– Был бик яуаплы эш. Беҙҙең тәжрибә ҙур, ҡатмарлы проекттар өҫтөндә эшләнек. Был мәҙәни ҡомартҡы объектына ла ныҡ яуаплы ҡарарбыҙ, юғары кимәлдә башҡарырбыҙ. Һәйкәл быуаттар буйы һаҡланырға тейеш, – тине Василий Церетели. – Салауат Юлаев һәйкәле Санкт-Петербургтағы “Монументскульптура” заводында ҡойолған, ул хәҙер – беҙҙең академияның бер өлөшө.
Башҡортостан Башлығы Рәсәй сәнғәт академияһына “Галерея искусств Зураба Церетели” тип аталған музей-күргәҙмә комплексында Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейының “Адрес памяти – Воскресенское” тигән экспозицияһын ҡуйғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 8 майҙан 1 июнгә ҡәҙәр Мәскәүҙә Воскресенск картиналар галереяһы коллекцияһында һаҡланған эштәр күргәҙмәһе үтә. Бында 100-ҙән ашыу һынлы сәнғәт, графика, скульптура һәм декорация сәнғәте әҫәре ҡуйылған. Уларҙы 1939–1986 йылдарҙа донъяға танылған рус рәссамдары ижад иткән. Сәнғәт оҫталары 1941–1943 йылдарҙа Мәләүез районының Воскресенское ауылында йәшәгән.
Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә Рәсәй сәнғәт академияһы филиалын асыу тураһында ла әңгәмә булды. Василий Церетели Башҡортостан етәксеһенең башланғысын хуплап ҡабул итте. Радий Хәбиров республиканың Мәҙәниәт министрлығына кәрәкле документтарҙы туплау һәм бина әҙерләү бурысын йөкмәтте.
Осрашыуҙан һуң Василий Церетели һәм РФ-тың атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәндә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға бәйле эштәр төрө тураһында һөйләне.
– Рәсәй сәнғәт академияһы илебеҙҙең иң танылған рәссамдар һәм архитекторҙарын, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәрен берләштерә. Башҡортостан Башлығына беҙҙе әлеге проектҡа саҡырғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Һәйкәл – тотош илебеҙҙең мәҙәни мираҫы, шуға ла беҙҙең миссия бик мөһим. Реставрация ваҡытында уның авторы ҡулы тыуҙырған үҙенсәлектәрҙе лә һаҡларға кәрәк, – тине Василий Церетели. – Беҙҙең академия иң тәүҙә эксперт булараҡ сығыш яһай – һәр деталде һәм эште башҡарыуға йәлеп ителгән һәр бер кешене күҙәтеүҙә тотасаҡ. Беҙҙең фәнни-тикшеренеү институты бар, ул үҙ эшенең ысын оҫталарын берләштерә. Иң танылған белгестәрҙе йәлеп итербеҙ. Скульптураны бер ҡайҙа ла алып китмәйбеҙ, бар эш тә республикала башҡарыла – быныһын айырым билдәләп үткем килә.
– Реставрация – ҡатмарлы ғәмәл. Өҫтәүенә, беҙгә уникаль монумент менән эш итергә тура килә, уға 60 йыл тиерлек. Статуяны ҡарағанда, уның суйындан ҡойолған өлөшө зарарланғанын күрҙек. Эстән ҡарағанда инде ҡорос конструкцияла ярыҡтар бар икәне, нығытма төйөндәренең зарарланғаны ла асыҡланды. Былар бөтәһе лә ентекле реконструкция талап итә, – тине Александр Мирианашвили.
Фотолар: https://glavarb.ru/ru/news/event/vstrecha-s-prezidentom-rossiyskoy-akademii-hudozhestv-vasiliem-cereteli-77203/photo/