Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2025, 22:45

Иғтибар үҙәгендә - мәҙәниәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Иғтибар үҙәгендә - мәҙәниәт
Иғтибар үҙәгендә - мәҙәниәт

Сарала сенаторҙар, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ "Армия мәҙәниәте көндәре" проекты ҡатнашыусылары ҡатнашты.

Ултырыш алдынан төбәк Башлығы һәм маҡтаулы ҡунаҡтар рәссам Сергей Марченконың "Донбасс күмере. Еңеү йөҙҙәре" экспозицияһы һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Юрий Сивачевтың күргәҙмәһе менән танышты.

- Был сараны нәҡ беҙҙә уҙғарырға ышаныс белдергән Оборона министрлығына рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең республикала патриотик йүнәлештәге мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса эш киң йәйелдерелгән, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. Республика Башлығы билдәләгән төп бурыстарҙың береһе - мәҙәниәт учреждениелары базаһында МХО-нан ҡайтасаҡ яугирҙәргә социаль-мәҙәни реабилитация системаһын булдырыу. Радий Хәбиров шулай уҡ креатив индустрия, шул иҫәптән кинематографияны үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.

- Был йүнәлеште системалы рәүештә үҫтерә башланыҡ. Креатив индустрия буйынса совет булдырҙыҡ, ярҙам саралары ойошторолдо. Киләһе йылда Өфөлә Халыҡ-ара һөнәрселәр йәрминкәһен уҙғарасаҡбыҙ. Шулай уҡ 2026 йылда бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың 235 йыллыҡ юбилейы үтәсәк, - тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы милли мәҙәниәтте үҫтереү мәсьәләләренә туҡталып, "Урал батыр" эпосы, Ҡурай көндәре булдырылыуы, Ҡурайсыларҙың дәүләт ансамбле ойошторолоуы тураһында һөйләне. Ултырыш ҡатнашыусылары Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимованың сәләмләү хатын тыңланы. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа төбәктең мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерелә. Шулай уҡ "Ғаилә" милли проекты, "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" , "Пушкин картаһы" федераль программалары республикала уңышлы тормошҡа ашырылыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ултырышта ҡатнашыусылар рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фекер алышты. Шулай Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге законсылыҡты камиллаштырыу тураһында һөйләне.

- Ил Президенты ҡушыуы буйынса "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһына старт бирелде. Быйыл уға 1100 белгесте йәлеп итергә планлаштырыла. Нәҡ Башҡортостан был инициативаны тормошҡа ашырыу буйынса өлгө күрһәтте, - тип билдәләне сенатор.

Иғтибар үҙәгендә - мәҙәниәт
Иғтибар үҙәгендә - мәҙәниәт
Иғтибар үҙәгендә - мәҙәниәт
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас