Төбәк етәксеһе шәхси состав менән аралашты, хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айында Башҡортостан Башлығы бригаданың шәхси составы менән осрашҡан саҡта уларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттәштәре менән дә күрешергә вәғәҙә биргән ине.
Радий Хәбиров шулай уҡ Әҙерләү үҙәге эшмәкәрлеге, "Үҙәк" ғәскәрҙәре группировкаһының пилотһыҙ инженер системаларын ҡулланыу һәм үҫтереү менән танышты. Уның белгестәре төрлө тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү һәм модернизациялау менән шөғөлләнә, шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн уҡыуҙар ойоштора.
Бригаданың шәхси составы Башҡортостан етәкселегенә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙамы, шул иҫәптән пилотһыҙ ҡоролмалар ебәреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров республика артабан да яугирҙәрҙең мөһим үтенестәрен үтәргә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Башлығы шулай Хәрби дан залын, хәрбиҙәрҙең йәшәү урынын ҡараны, яҡташ яугирҙәр менән аралашты.
- Республика халҡынан сәләм еткерәм. Һеҙ мөһим бурыстар башҡараһығыҙ, беҙ, әлбиттә, һеҙҙең өсөн бик борсолабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың барлыҡ һорауҙарын хәл итәсәкбеҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм еңеү менән көтәбеҙ.
Фотолар БР Башлығы сайтынан алынды.