Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2025, 16:45

Радий Хәбиров Донбасста «Башҡортостан» полкы яугирҙәре менән осрашты

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡташтары – «Башҡортостан»полкы хәрбиҙәре менән осрашты.

Радий Хәбиров Донбасста «Башҡортостан» полкы яугирҙәре менән осрашты
Радий Хәбиров Донбасста «Башҡортостан» полкы яугирҙәре менән осрашты

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары менән танышты, медицина пунктында булды. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы идара итеү пунктын, ашхананы, мобиль мунсаны, тренажер залын ҡарап сыҡты, хәрби техника һәм ҡорамалдар менән танышты. Бында Радий Хәбиров хәрбиҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

- Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ һеҙҙең өсөн һәр саҡ борсолабыҙ. Республика ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Иҫән-имен ҡайтығыҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте яугирҙәргә төбәк Башлығы.

Республика Башлығы командование менән матди-техник яҡтан тәьмин итеү һәм хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү һорауҙары буйынса ла фекер алышты.

- Яугирҙәрҙең яҡындарының беҙ башҡара алырлыҡ үтенестәре бар икән, - шунда уҡ мөрәжәғәт итегеҙ. Хәрбиҙәрҙең ғаиләләре кәрәкле ярҙамды алырға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас