“КП-Уфа” яҙыуынса, 28 сентябрҙә 17 йәшлек Елизавета һәм Ева Покровка ауылында йәшәүсе өләсәләренән Благовещенға ҡайтып килгән була. Улар Покровкала Еваның тыуған көнөн билдәләй. Уның дуҫ егете Роман әхирәттәрҙе үҙенең машинаһында алып барырға була.
- Улар был көндө шул тиклем көткән ине, - тип көрһөнә Еваның әсәһе Олеся. – Ебәргем килмәгән ине, өйҙә ултырырға йәки ҡалала берәй ҡайҙа билдәләргә тәҡдим иттем, әммә улар мине өгөтләй алды.
Ольга һәм Олеся ҡыҙҙары менән һәр ваҡыт бәйләнештә була, ҡайҙа йөрөгәндәрен белеп тора. Лиза менән Ева ҡайтырға сығыуҙары тураһында хәбәр итә, әммә бер сәғәт үтә, ә улар һаман ҡайтмай.
Һуңынан билдәле булыуынса, йәштәр ултырған ВАЗ-2114 машинаһы 49 йәшлек ҡатын идара иткән Lada Granta менән бәрелешә. 49 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында һәләк була, ә “14-се”лә ултырғандар ауыр йәрәхәттәр ала.
- Авария булған көндө әсәйем, Еваның өләсәһе шылтыратты, байрамдың яҡшы үтеүе, ҡыҙҙарҙың ҡыуаныуы тураһында һөйләне, - ти Олеся. – Һуңынан ҡыҙыма шылтыратам, ә ул телефонды алмай. Нимәлер булыуын күңелем һиҙҙе. Һеңлем менән улар ҡайтырға тейешле юл буйлап киттек, ҡаршыбыҙға “Ашығыс ярҙам” машинаһы осраны, шунда уҡ йөрәгем “терт” итеп ҡалды. Шул ваҡытта Лизаның әсәһе шылтыратып, авария хаҡында әйтте.
Лиза яңыраҡ колледж тамамлаған булһа, Ева - төҙөлөш техникумы студенты. Бер миҙгел эсендә әхирәттәрҙең тормошо икегә бүленә. Ҡыҙҙар икеһе лә ауыр йәрәхәттәр менән Республика клиник дауаханаһында ята. Уларға тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләйбеҙ.
Ҡыҙҙарға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә теләүселәр булһа, уларҙың әсәләре менән бәйләнешкә инергә мөмкин: 89638996228 (Ольга) һәм 89093521738 (Олеся).