Кәңәшмә бөгөн Рәсәй Хәүефһеҙлек Советы Секретары Сергей Шойгу ҡатнашлығында Түбәнге Новгородта үтте. Көнүҙәк һорауҙар буйынса фекер алышыуҙа ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төбәк етәкселәре, федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә айырым иғтибар традицион диверсион ысулдар һәм мәғлүмәти технологиялар, пилотһыҙ системалар ҡулланылған ҡатнаш террористик акттар хәүефенә бүленде.
Башҡортостан Башлығы төбәктә террористик акттарға ҡаршы системалы эш ойошторолоуы тураһында әйтте.
- Уларға ҡаршы тороу өсөн тәрән оборона системаһы булдырҙыҡ. Ул үҙ эсенә пассив һәм әүҙем һаҡлауҙы алған, - тип билдәләне Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәләшкәндә. – Был йәһәттән илдең Оборона министрлығы менән әүҙем эшләүҙе дауам итәбеҙ. Кешеләрҙе һаҡлау - өҫтөнлөклө бурысыбыҙ.
Кәңәшмә һөҙөмтәһендә террористик хәүефкә ҡаршы тороу һөҙөмтәлеген арттырыу һәм һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса өҫтәмә саралар билдәләнде. Фото: БР Башлығы хакимиәте.