Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2025, 15:20

Балалар һаулығын хәстәрләп

Өфө ҡалаһының 17-се Ҡала балалар клиник дауаханаһының бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы медицина реабилитациялау бүлегендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә.

Балалар һаулығын хәстәрләп
Балалар һаулығын хәстәрләп

Бөгөн дауаханала БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров, "ЛАКИ" хәйриә фонды Президенты Татьяна Есаулкова, ошо фондтың попечителе Антонина Миненко, "Үҙенсәлекле балалар" фонды етәксеһе Фәйрүзә Латипова булып, төҙөкләндереү эштәре менән танышты.

Бында бүлектең 17 палатаһында эштәр тамамланған. Мөһим эштәрҙең береһе - тауыш һаҡлаусы диуарҙар урынлаштырылыуы. Был дауаланыусы сабыйҙарҙы тауыштан һаҡлап, палаталарҙа тынлыҡ тәъмин итәсәк. Шулай уҡ Армстронг системалы түбәләр ҡуйылған, ишектәр алыштырылған, стеналар буятыу этабына әҙерләнгән.

Әйткәндәй, төҙөкләндереүҙә балалар медицина учреждениелары өсөн тәғәйенләнгән сертификацияланған ғына материалдар ҡулланыла. Ремон эштәре "ЛАКИ" хәйриә фонды ярҙамында башҡарыла. Әлегә ниәтләнгән эштәрҙең 75 проценты башҡарылған, ә ноябрь баштарында тамамлау планлаштырыла.

17-се Ҡала балалар клиник дауаханаһы сабыйҙарҙы реабилитациялау өлкәһендә лидер булып ҡала. Бүлексәлә ашығыс ярҙамдың инновацион методикалары индерелә, был иһә ваҡытынан алда бала табыу эҙемтәләрен профилактикалауға, шулай уҡ ваҡытынан алда донъяға килгән сабыйҙарҙың һаулыүына янаған хәүефте кәметеүгә булышлыҡ итә.

Фото: "ЛАКИ" хәйриә фондының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Балалар һаулығын хәстәрләп
Балалар һаулығын хәстәрләп
Балалар һаулығын хәстәрләп
Балалар һаулығын хәстәрләп
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас